Система. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Система


Тамырыма дарыу ебәрәләр -
Бәйләп ҡуйған мине система.
Был донъяға бәйләр системалар,
Уйлай китһәң, үҙе ҙур тема.
Һиҙҙермәйсә генә бушай һауыт,
Ҡанға һарҡый йәшәү,тамсылап.
Юҡ - киреһе: йөрәк ҡаҡҡан һайын
Ғүмер кәмей, ваҡыт ҡамсылап.
Күпме ҡалған икән һулар һауам,
Күпме ҡалған эсер һыуҙарым,
Насип икән тағы нисә тапҡыр
Ҡаршы алыу ҡояш тыуғанын.
Һиҙҙермәйсә һуңғы юлға тарта
Маңлайыма яҙған система.
...Тамырыма һулҡ-һулҡ йәшәү инә,
Ә китеүе - башҡа бер тема,
Система...


2012